Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
24 Ғинуар 2020, 18:01

Был афәт ҡабатланмаһын!

“Кохав” милли йәһүд мәҙәниәте йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостанда “Холокостың хәтер шәме” тип аталған мемориаль концерт үткәрә. Сара 26 ғинуарҙа, 16 сәғәттә “Башҡортостан” дәүләт концерт залының Бәләкәй сәхнәһендә буласаҡ.

Был концерт менән Өфө халыҡ-ара “#Мы помним»/«#We remember” тип аталған халыҡ-ара интернет-акцияға ҡушыласаҡ. Был - ксенофобияның барлыҡ формаларына ҡаршы сыҡҡан һәм Холокост фажиғәһе ҡабатланыуын теләмәгән кешеләрҙең теләктәшлек акцияһы. Сарала республиканың һәм баш ҡаланың баш раввины Дан Кричевский ҡатнашасаҡ.
Хәтер кисәһендә сәхнәнән шиғырҙар, ул ҡурҡыныс ваҡиғалар шаһиттарының хәтирәләре яңғыраясаҡ, республиканың билдәле артистары йырлаясаҡ.
Концерт Совет Армияһы көстәре менән Аушвиц-Биркенау (Освенцим) концлагеры тотҡандарын ҡотҡарыуға 75 йыл тулыуға арнала. Сара заман кешеһенең, гражданының һәм патриотының шәхесен тәрбиәләү, патриотик рухты күтәреүгә арнала.
– Әлбиттә, был үлем лагерҙары тураһында бөтәбеҙ ҙә хәбәрҙарбыҙ. Барыбыҙ ҙа “кешеләрҙе күрә алмау”, “енәйәт” тигән һүҙҙәрҙе ҡулланабыҙ, холокостың нимә икәнлеген беләбеҙ. Ошо хәтер хөрмәтенә йәһүд, рус, башҡорт һәм татар телдәрендә йырҙар башҡарыласаҡ. Йәһүдтәрҙең йолаһы буйынса концертта алты шәм тоҡандырыласаҡ, улар концлагерҙарҙа һәләк булған алты миллион йәһүдте кәүҙәләндерә, – тине “Шалом-Алейхем” театрының художество етәксеһе Алексей Лаптев.
Проект Башҡортостан Башлығы гранты, республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй Йәһүд конгресы, “Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы” һәм башҡа ойошмалар ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.
Фото: Реклама 13
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: