Уникаль геологик ҡомартҡы — Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге иң ҙур
карст мәмерйәләренең береһе, донъяла оҙонлоғо буйынса етенсе урында торған гипслы мәмерйә. Мәмерйәнең оҙонлоғо яҡынса 5700 метр тәшкил итә, шуның 1500 метры туристар өсөн йыһазландырылған. Мәмерйәнең урта өлөшөндә һауа температураһы +5 °С-тән -2°C тиклем. Мәмерйә үҙәгендә сағыштырмаса дымлылыҡ — 100 %. Көңгөр мәмерйәһе эсендә 58 тау ҡыуышы, 70 күл, 146 «орган торбалары» (өҫкә тиклем сығып етә тиерлек бейек шахталар) -иң юғарыһы Эфир гротында (22 м).Ул 10-12 мең йылдан ашыу элек барлыҡҡа килгән.