Унда район хакимиәте башлығы Риф Йосопов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, яҙыусылар Фәниә Ғәбиҙуллина, Илдус Тимерханов, Мөҙәрис Мөсифуллин, Лариса Абдуллина, шағирҙың үҫкән ауылы халҡы, яҡташтары, мәктәп уҡыусылары, туған яғы, ата-бабалары төбәгенән, Мишкә районы мәҙәниәт бүлеге мөдире, ҡоролтай рәйесе, шағирҙың нәҫеленән булған Мөнир Нурисламов ҡатнаша.
Сарала ҡатнашыусылар башта Шәйехзада Бабичтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Шунда уҡ район хакимиәте башлығы Риф Йосопов бөйөк яҡташтарына арналған был тәүге сара, йыл дауамында тағы бик күп байрамдар ойоштороласағын әйтте.
Артабан сара шағирҙың музейында дауам итте. Унда мандолина моңо аҫтында мәктәп уҡыусылары шиғыр уҡыны, ауыл халҡы йырланы, әҙәби байҡау яһаны.