Бына балаларҙың көтөп алған ҡышҡы каникулы ла үтеп китте. Кем ҡайҙа, нисек үткәрҙе икән уны?
— Ҡышҡы каникулыбыҙ бик күңелле үтте, — ти Асҡын 2-се урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Айдар Махатов. — Ял итергә лә, өйҙә атай-әсәйемә ярҙам итергә лә өлгөрҙөк. Ауылдағы олатай-өләсәйемдәрҙең барып хәлен белдек. Өфөнән ҡайтҡан дуҫтарым менән рәхәтләнеп саф һауала уйнаныҡ, тау шыуҙыҡ. Мәктәптә ойошторолған саңғы ярышында ла ҡатнаштым. Ә иң иҫтә ҡалғаны һәм күңеллеһе, әлбиттә, ғаиләбеҙ менән Өфөгә барыу булды. Унда “Ғаилә” сауҙа-күңел асыу комплексының “Синема Парк” кинотеатрында яңы сыҡҡан мажаралы “Джуманджи: яңы баҫҡыс” фильмын, шулай уҡ ҡыҫҡа роликтар ҡараныҡ. Балалар өсөн эшләнгән майҙансыҡтарҙа уйнаныҡ. Ә кистәрен матур итеп биҙәлгән Шыршы эргәһенә, боҙҙан эшләнгән ҡаласыҡта барып, хәлебеҙ бөткәнсе шыуҙыҡ, уйнаныҡ.