Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
10 Ғинуар 2020, 14:31

"Ниңәлер тәүҙә Өлфәт Мансур улы иҫкә төшә..."

Республика етәксеһенең тапҡыр һәм төртмә телле булыуын беләбеҙ инде. Бына социаль селтәрҙә уның шаян яҙмаһын уҡып, быға йәнә бер ҡат инандыҡ.

Радий Хәбиров баш ҡала мэры Өлфәт Мостафинды тағы “эләктергән”. Ул Республика йорто тәҙрәһенән тышты күҙәткән фоторәсемен һалып, аҫтына ошо һүҙҙәрҙе яҙған: ”Беренсе эш көнө. Эш күп, тик ниңәлер тәүҙә Өлфәт Мансур улы иҫкә төшә...”
Билдәле инде, ҡалала ҡар таҙартыу мәсьәләһен ҡыҙыулатыуға ишара был. Өфөләр коммуналь хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Баш ҡала мэры ла яуапһыҙ ҡалмаған.
- Бөтә ял көндәрендә лә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр ҡала биләмәләрен тәртиптә тотоу буйынса көсөргәнешле эшләне. Көн һайын урамдарҙы йыйыштырыуға 250 берәмек техника, 200 хеҙмәткәр сыға, - тип яҙған Өлфәт Мостафин комментарийҙа.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: