Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
10 Ғинуар 2020, 18:51

Балаға исем һайлау уйын эш түгел

#детибашкириисчастье#башҡортостанбалаларыҒаиләлә бала тыуыуы һәр саҡ оло шатлыҡ. Ул беҙҙе көн дә ғәжәпләндерәсәк, һоҡландырысаҡ. Ата-әсә өсөн исем һайлау иһә мөһим һәм ҡатмарлы аҙым булып тора. Был хаҡта ЗАГС нимә ти? Психологтар ниндәй кәңәш бирә?

Һүҙ ҙә юҡ, исемдең фамилия менән яңғырашлы булыуы мөһим. Исемдең нимә аңлатыуы, йөкмәткеһе лә ҡыҙыҡһындыра торғандыр. Ата-әсәләрҙең күбеһен уның заманса булыуы ылыҡтыра. Ә хәстәрлекле әсәләр исем арҡаһында мәктәптә балаларға ҡушамат тағылып ҡуймаһын тип ҡурҡа.
Рәсәй Ғаилә кодексының 58-се статьяһы айырыуса креатив булырға тырышҡан ата-әсәләрҙең хоҡуҡтарын сикләй. Бала исемендә һан, хәреф-һан ҡушымтаһы, символдар, әрләшеү һүҙҙәре булмаҫҡа тейеш. Германияла, мәҫәлән, баланы аҙыҡ, предмет хөрмәтенә атау закон менән тыйылған, ә беҙҙә - хөрриәт!
Психологтар әйтеүенсә, исем мәғәнәле, йөкмәткеле һәм милли трдицияларға тап килһә, бигерәк тә һәйбәт. Исемдең быуындан-быуынға күсә килеүендә лә насарлыҡ юҡ. Бер үк класта өс Айгөлдөң йәки ике Азаматтың булыуы ғына бер аҙ аңлашмаусылыҡҡа килтереүе мөмкин.
Фото: ok.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: