Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
9 Ғинуар 2020, 19:17

Каникулдары күңелле үтә

Солтанай мәҙәниәт йортонда әленән-әле күңелле саралар ойошторола

Яңы йыл каникулдарында Фларис Шәйнуров етәкләгән Солтанай ауыл мәҙәниәт йортонда бик йәнле булды. Бигерәк тә балалар өсөн ойошторолған саралар күңелле үтте. “Уйнап алайыҡ әле!”, “Күңелле башватҡыстар” конкурстарында, “Ҡыш бабай бейәләйе” иртәлегендә ҡыҙҙар һәм малайҙар ихлас ҡатнашып, рәхәтләнеп ял итте.
Конкурстарҙа балалар кемуҙарҙан етеҙлеккә, отҡорлоҡҡа көс һынашһа, иртәлектә лә Ҡыш бабай уларға күңелһеҙләнергә ирек бирмәне. Командаларға бүлеп ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың белемдәрен тикшерҙе, ярыштырҙы, бейетте, шиғырҙар һөйләтте, аҙаҡта күстәнәстәр өләште.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: