Йәнтөйәк
+25 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
27 Декабрь 2019, 14:27

Айыҡ ауылдар күбәйә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған “Айыҡ ауыл” конкурсында республиканың барлыҡ район­дары, ҡалалары ҡатнашты. Республика этабына ғаризалар 7 декабргә тиклем ҡабул ителде. Икенсе этапта ра­йон кимәлендә еңгән ауылдар ҡатнаша.

“Айыҡ ауыл-2019” конкурсы июлдә башланғайны. 19 ноябргә тиклем муниципаль этап үтте. Ошо ваҡыт арауығында республиканың 52 районынан 400-ҙән ашыу ауыл ҡатнашырға теләк белдерҙе. Иң күп ҡатнашыусылар — Илеш, Баймаҡ, Дәүләкән райондарынан.
Республика Башлығы Радий Хәбиров сара хаҡында былай тине:

– Шуныһы ҡыҙыҡлы, беҙ бер кемде лә был конкурста ҡатнашырға мәжбүр итмәйбеҙ, кешеләр үҙҙәре айнымайынса эсеүҙән арыған. “Иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләүҙең һөҙөмтәһе юҡ” тигәндәргә бер генә миҫал килтергем килә. Спиртлы эсемлекте һатыуҙы тыйғандан һуң һабантуйҙарҙа, халыҡ байрамдарында енәйәтселек бөттө, тиергә була. Ул сараларҙа күпме кешенең иҫереп һуғышыуы тураһында әйтеп тә торорға түгел. Әммә беҙ тыйыу менән генә сикләнмәйбеҙ, ә ҡарашты ла үҙгәртәбеҙ. Альтернатива тәҡдим итәбеҙ. Барлыҡ спорт, мәҙәни, ял учреждениеларының ишектәрен асабыҙ. Бер нимә лә эшләмәйенсә тәнҡиттән дә ҡасырға булыр ине. Әммә беҙ үҙебеҙҙең кешеләрҙең ғүмере өсөн, республикабыҙ өсөн, Башҡортостандың ҙур ғаиләһе өсөн көрәшәбеҙ.
Читайте нас: