Йәнтөйәк
+24 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
24 Декабрь 2019, 12:06

“Ағинәйҙәр” төркөмө фәһемле сара үткәрҙе

Башҡорт теле көнө уңайынан районда бай йөкмәткеле саралар үтте. Шуларҙың береһе — Яңы Муллаҡай ауылында ойошторолған әҙәби-музыкаль кисә.Был көндө Яңы Муллаҡай ауыл китапханаһында “Ағинәйҙәр” фольклор төркөмөндә ҡатнашыусылар әҙәби-музыкаль композиция күрһәтте. Сараны китапханасы Гөлнара Сабитова ойошторҙо һәм алып барҙы.

Байрамға килеүселәр алдында ветерандар советы рәйесе Нәзилә Әхкәметдинова сығыш яһаны. Ул башҡорт теле үҙенсәлектәре, был көндөң тарихы менән таныштырҙы.
Мәсхүдә Ғәлиәкбәрова башҡорт теле тураһында тасуири итеп шиғыр уҡыны. Шулай уҡ Зөлфә Нәсибетдинова, Мәрйәм Шәрифйәнова, Рәсимә Мофазалова ла туған телдә шиғыр һөйләне. Тамашасыларға Рәсимә Мәхмүдийәрова, Рәүиә Мерцалова, Гөлнара Сабитова башҡарыуындағы йырҙар бик оҡшаны.
Программаға төрлө уйындар, конкурстар ҙа ингәйне. Теләге булғандар унда ҡатнаша алды.
Сара бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды, башҡорт мәҙәниәтенә, теленә ҡыҙыҡһыныу, хөрмәт уятты. Байрам туған телен, үҙ тамырҙарын белгәндәр, яратҡандар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Читайте нас: