Мөнир Миҙхәт улы Мишкә районы биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, һаҡлау, үҫтереү саралары, йүнәлештәре менән таныштырҙы. Был юҫыҡта ауыл клубтары ижади коллективтары айырыуса ҙур эш башҡара. Мәҫәлән, Оло Шаҙы ауыл клубы һәм район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренән торған “Аҡ ҡалпаҡ” коллективы быйыл республика “Торатау йыйыны”нда сығыш яһаны. Ағымдағы йылдың октябрендә Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында «Ауаз» башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт фестивалендә Мишкә районы данын Оло Шаҙы ауылы мәҙәниәт йортоноң “Аҡ шишмә” фольклор ансамбле яҡланы. Жюри ағзалары хөкөмөнә улар “Ырыуымдың һүнмәҫ рухы” исемле килен оҙатыу йолаһын сығарҙы. Коллектив үҙенең сығышында ошо төбәккә хас булған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, милли кейемдәрҙе уңышлы күрһәтеп, “Фольклор” номинацияһында III дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ағалы-ҡустылы Рим һәм Дим Ғәлимовтар “Биҙәү-ҡулланма сәнғәте” номинацияһында I урын яуланы. Мөнир Миҙхәт улы сығышында проблемалар тураһында ла бәйән итте. Шуларҙың береһе – коллективтың костюмдары иҫкереүе.
Әнисә Фоат ҡыҙы Оло Шаҙы ауылы мәктәбендә туған башҡорт теле дәрестәрен уҡытыу торошона тулы анализ яһаны. Мәктәп уҡыусыларының уңыштары, мәктәптең техник мөмкинселектәре тураһында һөйләне. Башҡорт телен уҡытыуҙа яңы формалар һәм алымдар тураһында һүҙ барҙы. Уҡытыусыны борсоғаны – ғаиләлә балаларҙың туған телдәрендә аралашмауы. Ул кес кенә балаларҙың компьютерҙа ултырыуҙарын, ә унда башҡорт телендә йәнһүрәт, уйындарҙың юҡ кимәлендә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рәфис Закиров депутатлыҡ корпусы алдында үҙенең һайлау округы буйынса эштәрҙе барланы. Сығышында ул иғтибарҙы төҙөкләндереү эштәренә, һайлаусылар менән осрашыуҙарға йүнәлтте. Рәфис Мәсғүт улын ауыл юлдары торошо борсой. Был проблеманы сисеү өсөн район хакимиәтенә хат яҙырға хәл ителде.
Оло Шаҙы ауыл биләмәһе Советы депутаттары һәр һорауҙы ентекле өйрәнеп, һәр береһе буйынса ҡарарҙар ҡабул итте. Сарала ҡатнашыусылар ауыл биләмәһе башлығы Рәсил Аллаяровҡа башҡорт телен эш мөхитендә ҡулланыуға мөмкинселек биреүенә рәхмәт әйтеп таралышты.