Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
8 Декабрь 2019, 17:01

Түҙеп йәшәп тик ятырғамы миңә?..

Кеше эс серен еңеллек алыу өсөн генә түкмәйҙер, ниндәй булһа ла кәңәш, ярҙам да өмөт итәлер, бәлки, тик был танышыма мин бер нәмә тип тә аҡыл өйрәтә алманым, күңелемде шул өйкәй. Түҙеп йәшәп тик ят йәки шым ғына йыйын да ҡасып сығып кит тип әйтергәме ни уға?

“Әсәйем менән генә үҫтем мин, атайҙың кем икәнлеген белмәнем, ул турала ҡәҙерлем бер ҙә һөйләмәне, үҙем дә ныҡышып һорашманым. 11-ҙе бөтә торған йылда юғары уҡыу йортон тамамлап ҡайтып, агроном булып эшләй башлаған Рәфис исемле егет миңә күҙ һалды бит. Клубҡа сыҡһам, оҙатып килә, матур, итәғәтле һөйләшә, иғтибарлы, бәйләнсек тә түгел, киреһенсә, мине ҡурсалап йөрөтә. Тышҡы ҡиәфәте лә арыу ғына. Йәш кешегә күп кәрәкме ни - ғашиҡ булдым.
“Мәктәпте тамамлағас та һине һоратырға киләм”, - тине был бер көн. ”Юҡ әле, минең юғары белемле дизайнер булғым килә. Көтөрһөң инде биш йыл”, – тинем яуап итеп. Төрлө фасонлы кейем өлгөләре уйлап сығарырға яратам, өйҙәге иҫке әйберҙәрҙән үҙгәртеп күлдәк, итәк тегеү минең өсөн бер ни тормай. “Ә һин ситтән тороп уҡырһың, мин ярҙам итермен”, – тип уйынлы-ысынлы һөйләнде Рәфис. Шулай осрашып йөрөй торғас, һуңғы ҡыңғырау көнө лә килеп етте. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, документтарҙы баш ҡалалағы юғары уҡыу йортона йыя башланым. Тик бөтәһе лә мин уйлағанса булманы, шул ваҡытта үҙемдең ныҡлы һүҙемде әйтә алмағаныма бөгөн үкенәм.
...Бер көн әсәйемдең ҡунаҡ көткән кеүек әҙерләнеүен күреп аптыраным, сөнки кеше саҡырыу беҙҙә һирәк күренеш. Әсәйем ҡырыҫыраҡ холоҡло, кеше менән бик аралашмай торған ғәҙәте бар. “Һине әйттерергә киләләр, әҙерлән”, - тигәс, Рәфистең шаяртмағанын аңланым. “Әсәй, мин артабан уҡырға теләйем”. “Һоратҡандарында сығып ҡал, яҡшы ғаилә, иҫәр булма. Егет уҡыған, аҙып-туҙып йөрөмәй, өй һалып яталар. Үҙем ғүмер буйы яңғыҙ булдым, ай, рәхәт түгел, балам... иргә арҡаланып, ел-ямғыр тигеҙмәй йәшәүгә ни етә?! Бараһың, үҙе уҡытып алыр”, – кире ҡаҡмаҫлыҡ ҡаты ине әсәйемдең тауышы.
Кискә Рәфис ағаһы-еңгәһе, ата-әсәһе менән күстәнәстәр тотоп килеп инде лә, ай-вайыма ҡарамай, мулла саҡыртып беҙгә ижәп уҡытып та ҡуйҙылар. “Ярай, ысынлап та, ситтән тороп уҡырмын, оҡшатҡан кешегә барам бит”, – тип үҙемде тынысландырҙым да яҙмышыма күндем.
Шулай итеп, ғаилә тормошо башланды. Тәүҙә, үҙебеҙҙең өй әҙер булмағанлыҡтан, ҡәйнә-ҡайны менән йәшәргә тура килде. Ә уларҙың хужалығы иҫ киткес ҙур: биш һыйыр, һарыҡ-кәзә, ҡош-ҡорт, ҙур йәшелсә баҡсаһы... Баш күтәрерлек тә хәл юҡ, көн буйы тырышһаң да эш бөтөрлөк түгел бында. Көҙгә уҡырға инеү тураһында һүҙ башлағас, ирем, быйыл түгел, өйҙө һалып бөтәйек тә күҙ күрер тип өмөтөмдө һүндермәй яуап бирҙе.
Үҙ өйөбөҙ ҙә төҙөлдө, ҡыҙыбыҙ тыуҙы, мәшәҡәт артынан мәшәҡәт сығып, миңә артабан уҡымаҫҡа гел берәй сәбәп табылып торҙо. Һис юғы эшкә сығырға теләгем барлығы тураһында Рәфис ишетергә лә теләмәне. Аҡсаны үҙем табырмын, һин йорт эштәре менән бул, тип ирем мине өйгә ғүмерлеккә “бәйләп” ҡуйҙы... Холҡон ныҡлап белә башлағас, тағы бер ғәжәпләндем. Мин белгән, яратҡан Рәфис түгел ине ул. Ҡунаҡ-фәләндә йә өйҙә сит кеше алдында һөйләгәнемде оҡшатмай, аҙаҡ мине шуның өсөн һүкте. Урамда берәйһенә һөйләгән хәбәрем икенсерәк мәғәнәлә ирем аша кире килеп етә, һәм шуның өсөн дә өйҙә ҙур ғауға ҡуба. Ә кеше алдында, киреһенсә, мине хөрмәт итә, итәғәтле һөйләшә, “ҡәҙерлем” тип кенә тора. Ситтән ҡарағанда, беҙҙән дә өлгөлө, бәхетле ғаилә юҡтыр ул. Тәүҙә ысынлап дөрөҫ һөйләмәгәнмен икән тип үҙемде ғәйепләһәм, бындай хәлдәрҙең гел бер төрлө ҡабатланыуын күреп, минең һәр һүҙем уны сығырынан сығарғанын аңланым. Өйгә ҡатын-ҡыҙ килеүен дә өнәмәй, үҙем дә сығып йөрөй алмайым, көн буйы яңғыҙым. Ә ул кис ҡайтып ашай ҙа диванда ятҡан көйө минең етешһеҙлектәрҙе күрһәтә, кәмһетергә сәбәп эҙләй. Үҙемде хеҙмәтсе, ҡол кеүек тоя башланым. Нимә тураһында һүҙ башланһа ла, мине ғәйепле итеү, кәмһетеү менән тамамланғанға өндәшмәҫкә өйрәндем.
Әлеге көндә берәү менән аралашмайым, хатта әсәйем дә килеп оҙаҡ ултыра алмай, бар наҙымды ҡыҙыма бирәм, ул – минең берҙән-бер йыуанысым, шатлығым. Бер көн түҙмәй айырылышыу тураһында һүҙ башлағайным, ауыҙыңды ла асма, тип ҡурҡыныс тауыш менән ыҫылдағас, унан ҡурҡа ла башланым. Кис етһә, үҙенән-үҙе йөрәк дерелдәй, бәйләнерлек тағы ниндәй сәбәп табылыр икән тип көтәм. Сер һөйләрлек яҡын кешем юҡ, әсәйемде борсоғом килмәй, тик артабан нисек йәшәргә?..”
Фото: scoopwhoop.com
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: