Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
5 Декабрь 2019, 17:35

"Башҡортостан исән ҡала дисәң, Бер жаныма миллион үлем бир!"

Киләһе йылдың башында атаҡлы шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тула.

Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы азатлыҡ йырсыһы, дәүләт эшмәкәре, телмәр оҫтаһы Шәйехзада Бабичтың 1918 йылда сыҡҡан “Йәш Башҡортостан Зәңгәр йырҙар” китабын нәшер итте. Йыйынтыҡтың үҙенсәлеге шунда: унда шиғырҙар шағир нисек яҙған, шулай һәм факсимиле яҙмалары бирелгән. Мәҫәлән, киң билдәле “Башҡортостан” шиғыры былай яңғырай:
Башҡортостан – гөлбостан, сөнбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үскән баҡорт атлы арыслан!
Арысланнар үз ерен залимдардан таптатмас,
Таптаймын дип атласа, башҡорт ҡаны атлатмас.
Ил өстөнә чапкан яу башҡорт жанын ҡаҡшатмас,
Бычраҡ табан астында башҡорт намысы ятмас!
Автор фотолары.
Читайте нас: