Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
28 Ноябрь 2019, 12:10

“Донъялар имен булһын!”

Яңы Ҡара ауылында үткән “Ҡаҙ өмәһе”ндә иң олоһо 97 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Малик Әғзәм улы Ғайсин ине. Утты-һыуҙы кискән яугир байрамды тәҙрә аша күҙәтеп, ҡыҙы Миңзилә менән кейәүе Рәдистең йортонда халҡыбыҙ йолаһы шулай гөрләп үтеүенә һөйөнөп ултырҙы. Байрамға килгән ҡунаҡтар Малик Әғзәм улының хәлен белеп, һөйләшеп ултырҙы.

Малик Әғзәм улы ҡунаҡтарға һәр саҡ шат. Был юлы ла ул “Ҡаҙ өмәһе”нә килеүсе район хакимиәте башлығы Ришат Дихин, Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Денисламов, райондың Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Альфред Хәжимуллин, Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе директоры Мансур Нуриәхмәтов менән ихлас аралашты, улар менән хәтирәләр йомғағын һүтте. Бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған яугир бөгөн дә илһөйәрлеген, рух көсөн юғалтмаған. Утты-һыуҙы кискән ветерандың сәләмәтлеге ҡаҡшаһа ла, уның күңел байлығы, ихласлығы, Тыуған илгә, мәҙәниәтебеҙгә булған һөйөүе кәмемәгән. 98-се йәш менән барыусы ветеран тормошҡа зарланмай, киреһенсә бик ҡәнәғәт, ҡәҙер-хөрмәт менән тәрбиәләгән балаларына, хәл белергә килгән ауылдаштарына, ҡунаҡтарға, уҡыусыларға бик рәхмәтле.
Һәр тыуған көнгә ҡыуанып йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Малик Әғзәм улы Ғайсинға сәләмәтлек, рух ныҡлығы, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Читайте нас: