Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
28 Ноябрь 2019, 18:51

Асҡын егеттәре хәрби хеҙмәткә юлланды

Хәрби комиссариат бүлектәрендә ҡыҙыу осор — көҙгө саҡырылыш бара. Бөгөн Асҡын егеттәре лә хәрби хеҙмәткә юлланды.

Хәрби комиссариат бүлектәрендә ҡыҙыу осор — көҙгө саҡырылыш бара. Бөгөн Асҡын, Ҡышлауйылға һәм Ҡашҡа ауылдарынан өс егет Өфө тимер юл станцияһынан хәрби хеҙмәткә юлланды. Уларҙы оҙатырға ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары килде.

Ватан алдындағы бурысын үтәргә барыусы егеттәр — Асҡындан Диннур Ғәлиев, Ҡышлауйылғанан Айнур Тимерғәлиев, Ҡашҡанан Айрат Шакиров район үҙәгенән Өфө йыйылыу пунктына 26 ноябрҙә киткәйне. Бөгөн уларҙы ата-әсәләре Өфө тимер юл станцияһынан оҙатып ҡалды.

— Беҙ барып еткәндә егеттәрҙе йыйылыу пунктынан алып килеп вагонға ултыртҡайнылар инде, төшөрөп торманылар. Әйберҙе биреп индерҙек тә улым менән телефондан ғына һөйләштек. Балаларҙы Хабаровск яғына хәрби часҡа алып киттеләр. Диннур улыбыҙ тимер юл ғәскәренә эләкте, — тип һөйләне Гөлүсә Хисаметдин ҡыҙы.

Диннур Ғәлиев Баҙансат ауылында Гөлүсә һәм Дим Ғәлиевтар ғаиләһендә тыуған. 2015 йылда ғаиләләре Асҡынға күсенеп килеп, яңы өй һалып сыға. Диннур 9-сы класты Асҡын 2-се урта мәктәбендә тамамлай. Артабан Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжында өс йыл уҡып, байтаҡ һөнәрҙәргә эйә була. Хәрби хеҙмәткә алынғансы Асҡын линия-техник цехында электромонтер булып эшләй. Бирелә ярты йыл ғына эшләп ҡалыуына ҡарамаҫтан, тырыш егет үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә.

— Армияға теләк менән барам. Атайым Дим Зиннәтулла улы ла ваҡытында Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән, ул — хәрби хәрәкәттәр ветераны. Һәр ир-егет Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә тейеш, тип уйлайым. Борсолоу, ҡурҡыу тойғоһо юҡ, сөнки физик яҡтан әҙермен. Алла бойорһа, барыһы ла яҡшы буласаҡ, — тине Диннур алдан күрешкән саҡта.

Эйе, Диннурҙың иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуын әсәһе, атаһы, һеңлеһе Диана түҙемһеҙлек менән көтөп тора. Егеттәребеҙгә хәйерле юл, еңел һәм имен хеҙмәт теләй¬беҙ. Уларға Тыуған ил алдын¬дағы бурысты үтәп, тыуған өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!
Читайте нас: