Йәнтөйәк
+25 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
27 Ноябрь 2019, 12:30

Оҙон ғүмер — яҙмыш бүләге

Рафания Хәбибрахман ҡыҙы Лоҡманова 90 йәше уңайынан матур ҡотлауҙар ҡабул итте

Урмияҙ ауылынан килгән хөрмәтле ағинәй Зөһрә Ғәйнуллина ла Рафания апайға һоҡланып, уның кеүек әсәйҙәр менән ғорурланып йәшәүен белдерҙе. Ул юбилярға теләктәрен үҙе яҙған бай йөкмәткеле шиғыр аша еткерҙе.
Рафания апайға
Ергә сафлыҡ булып ҡар яуғанда
Һеҙ, Рафания апай, тыуғанһығыҙ,
Әсәйегеҙҙең генә түгел, бик күптәрҙең
Кәрәклеһе булып килгәнһегеҙ.
Сибәрлек һәм аҡыл бер кешелә
Ай, бик һирәк тура киләлер;
Аллаһ Тәғәләнең иң яратҡан
Кешеһендә генә булалыр.
Күпме балаларҙы Һеҙ етәкләп
Киң һуҡмаҡҡа алып сыҡтығыҙ,
Кескәй сабыйҙарҙың күңеленә
Белем усағы Һеҙ яҡтығыҙ.
Тормошһөйәр, көләс һәм мәҙәксән —
Булмышығыҙ Һеҙҙең шундай бит;
Төксө күңел менән был тормошта
Туҡһандарға етеп булмай бит!
Ниндәй изге теләк теләһәк тә,
Бик аҙ булыр Һеҙҙәй заттарға!
Ожмах кеүек гүзәл еребеҙҙән
Яҙһын Һеҙгә оҙаҡ атларға.
Тик талмаһын күңел ҡанатығыҙ —
Һеҙ һаман да шундай булығыҙ,
Һеҙҙе белгән барлыҡ кешеләргә
Йәшәү маяғы булып тороғоҙ!
Хөрмәтле Рафания апай! Әйтелгән барлыҡ матур теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ, Һеҙгә алдағы көндәрҙә лә шулай тормошто һәм кешеләрҙе яратып, әйләнә-тирәләгеләрҙе күңел матурлығығыҙ, мөләйемлегегеҙ менән һоҡландырып, яҡындарығыҙға терәк булып, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын әле!
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: