Йәнтөйәк
+3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
26 Ноябрь 2019, 17:20

Ысын күңелдән тәбрикләнеләр

Үтәш ауылы клубында үткән күркәм сараға халыҡ күп йыйылғайны.

Оло йөрәкле, киң күңелле Рафания Хәбибрахман ҡыҙын ҡотларға Асҡын, Урмияҙ, Ҡубияҙ, Иҫке Ҡаҙансы ауылдарынан уның уҡыусылары, туғандары, әхирәттәре, уҡытыусылар, ауылдаштары килгәйне.
Тәбрикләүселәрҙең һәр береһе Рафания апайҙың балаларҙы ысын күңелдән яратҡан, оло йөрәкле уҡытыусы, йыр-бейеүгә, шиғыр һөйләргә, ҡул эшенә оҫта гүзәл зат, тормош иптәше Өлфәт ағайҙың эшендә уң ҡулы булыуын билдәләп үтте. Уҡыусылары мәктәп йылдарындағы иҫтәлектәре менән бүлеште, уҡытыусыларының изгелеген, ярҙамын иҫкә алды, юбилярға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләне.
Рафания апайҙың Иҫке Ҡаҙансы ауылынан килгән ике туған һеңлеһе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы яҡын кешеһен үҙе яҙған шиғыр юлдары менән ҡотлап, тормош иптәше Зөлфәҡәр Имаметдин улы менән моңло йыр бүләк итте. Ул Үтәш ауылы халҡына, килгән ҡунаҡтарға апайҙарын шулай ҙурлағандары өсөн рәхмәт әйтте, имен тормош теләне.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: