— Спорт ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәтә. Спорт — ул сәм, еңеүгә, маҡсатҡа ынтылыш, матурлыҡ һәм тәртип, — тип Андрей Иванович йәштәрҙе әүҙем, алдынғы ҡарашлы, спорт менән дуҫ булырға саҡырҙы. Үҙ сығышында билдәле спикер республикабыҙҙың балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп иткән, спортты үҫтереү өсөн тейешле шарттар тыуҙырған, киң йәмәғәтселек араһында спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған иң яҡшы һигеҙ төбәк исемлегенә инеүен билдәләне.