Байрам концертын Ҡубияҙ ауыл мәҙәниәт йорто коллективының, мәктәп уҡыусыларының, Алия Хәйҙәрова, Зәлфирә Фәтихова, Ләйсән Сәхипова, Ризида Ғәлимова һәм башҡаларҙың моңло йырҙары, Нәжип Ғилметдиновтың, Зөлфәҡәр Ғафуръяновтың гармун моңдары биҙәне. Рафания апай һәр сығышты ихлас тыңлап ултырҙы, ара-тирә күҙ йәштәрен дә һөрткөләп алды. Үҙенең дә йәшлек йылдары, сәхнәлә парлап сығыш яһауҙары иҫенә төшөп киткәндер инде, күрәһең.