Һуғыш йылдары балаларының иңенә төшкән ауыр ҙа, ҡатмарлы ла, күптәргә өлгө булырлыҡ тормош юлы үткән Рафания Хәбибрахман ҡыҙы. Уның педагогик хеҙмәт стажы дүрт тиҫтә йылға яҡын. 41 йыл клубта эшләгән тормош иптәше Өлфәт Исмәғил улының да уң ҡулы була. Бер ҙә юҡҡа ғынамы ни байрамда уны ҡотлаусы етәкселәр: “Һеҙ мәғариф хеҙмәткәре генә түгел, мәҙәниәт хеҙмәткәре лә булдығыҙ”, — тине. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ул әүҙемлеген ташламай, хужабикәләр өсөн клубта ҡул эше түңәрәге алып бара.
Рафания апай менән Өлфәт ағай ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы 36 йыл бергә йәшәгәндән һуң мәрхүм була. Себер яҡтарында йәшәүсе кесе ҡыҙҙары Рәидә тормош иптәше Нәжип менән әсәйҙәре янына йәшәргә ҡайта. Хәҙер үҙҙәре лә хаҡлы ялда. Әсәләре кеүек улар ҙа әүҙем тормош менән йәшәй. Ғилметдиновтар ауылда, яҡын-тирәлә, районда үткән сараларҙа ҡатнаша, Нәжип ағай — оҫта гармунсы, Рәидә апай — аш-һыу оҫтаһы.
Байрамда Рәидә апай әсәһен себер яҡтарында йәшәүсе оло апаһы Әлфидә һәм үҙҙәренең балалары исеменән ҡотланы. “Әсәй, беҙ һинең менән ысын мәғәнәһендә ғорурланабыҙ, һинең менән бәхетлебеҙ! Беҙҙе һөйөндөрөп шулай оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын әле һиңә!” — тине ул. Улар яҡын кешеләренә моңло йыр бүләк итте.