Район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин залда йыйылған әсәйҙәрҙе үткән байрам менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе:
— Хөрмәтле әсәйҙәр! Һеҙгә күңел тыныслығы, ныҡлы сәләмәтлек менән, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең изгелеген күреп, яҡшы хәбәрҙәрен генә ишетеп, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәргә яҙһын! Мин ҡайҙа ғына барһам да, ниндәй сарала ҡатнашһам да, әсәйҙәргә рәхмәт әйтәм. Өй усағы йылыһын, ғаилә именлеген, тормош йәмен һаҡлауҙа Һеҙҙең өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ, — тине ул.
Ришат Марат улы оло юбилейын билдәләүсе Рафания Хәбибрахман ҡыҙына балаларға тәрбиә һәм белем биреүҙәге фиҙаҡәр хеҙмәте, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгәне, йәш быуынға матур өлгө күрһәтеп, лайыҡлы тормош юлы үткәне, әле лә яҡындарына, ауылдаштарына фәһемле кәңәштәре менән терәк булғаны өсөн район хакимиәте исеменән оло рәхмәтен белдерҙе һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Ҡотлау хатын тапшырҙы.
Шулай уҡ юбилярға Ҡубияҙ ауыл биләмәһе башлығы Ришат Ғәбделхаев, район Советы исеменән Мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рөстәм Дәүләтбаев, район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфирә Селянина, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Альфред Хажимуллин да матур теләктәрен еткереп, бүләктәр тапшырҙы.