Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
26 Ноябрь 2019, 13:40

Асҡынға талантлы йәштәр йыйылды

Район хакимиәтенең ултырыштар залында әле генә “БалыҡFest” I төбәк йәштәр форумы башланды.

Сараға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Риваль Сәлимов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Андрей Иванюта, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай эргәһендәге Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова сәләмләп, форумға уңыштар теләне.
Йәштәр форумында райондаштарыбыҙҙан тыш Тәтешле, Ҡариҙел, Дыуан, Мишкә райондары вәкилдәре лә ҡатнаша.
Сарала ҡатнашыусылар өсөн “Хәҙерге һәм киләсәк” һәм “ Эшҡыуарлыҡ һәм социаль проектлау лабораторияһы” майҙансыҡтары эшләй.
“БалыҡFest” I төбәк йәштәр форумы “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө сығышы менән тамамланасаҡ.
Наилә Имаева.
Читайте нас