— Ремонт эштәре планға ярашлы бара. Тендерҙы Нефтекама ҡалаһынан шәхси эшҡыуар отҡайны. Егеттәр сифатлы эшләй. Бөгөнгә стена һәм түшәмдәр штукатурланып, һыланып, тигеҙләнде, буярға ғына ҡалды. Урыны менән иҙән, бөтә тәҙрәләр пластикка алмаштырылды. Тыштан инә торған яңы тимер ишек ҡуйылды, эстә лә бүлмә ишектәре алмаштырыласаҡ. Әле гримм бүлмәһендә эштәр гөрләй. Яңы йылды яңыртылған мәҙәниәт усағында ҡаршыларға планлаштырабыҙ, — тип эштәр барышы менән таныштырҙы Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин.