Сара “Театрлы Волга буйы” фестивале сиктәрендә ойошторолған. “Ҡорос” театрының был бәйгенең финалына үтеүе тураһында яҙып үткәйнек инде. Конкурс еңеүселәре тауыш йыйыу буйынса билдәләнәсәк.
Тамаша “Ҡорос”тоң репертуарындағы “Тиле йәшлек”, “Һинән башҡа донъям япа-яңғыҙ” кеүек спектаклдәрҙән өҙөктәр, театр артистарының йыр, ҡурай, гитара моңдары менән үрелеп барҙы.
Сараның тағы ла бер үҙенсәлеге – унда һуҡырҙар өсөн махсус рәүештә Өфө театрҙарының макеттары ҡуйылғайны. Улар арҡылы күреү мөмкинлегенән мәхрүм булғандар был биналарҙың нисек төҙөлөүен аңлай алды. Макеттар авторы – “Бергә” тыуған яҡты өйрәнеү оҫтаханаһы етәксеһе – БДПУ студенты Анастасия Конобеева.
Фотолар: "Ҡорос" театры архивынан.