Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
15 Ноябрь 2019, 17:30

Асҡындар “Мәңгелек ут” капсулаһын алды

Бөгөн асҡындар Борайҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Еңеү” марафонын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Бөгөн Борай районында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Еңеү” марафоны сиктәрендә “Еңеү салюты” халыҡ ижады республика фестиваленең төбәк этабы башланды. Ҙур сарала Борайҙан тыш Бөрө, Кушнаренко, Асҡын, Балтас, Ҡариҙел, Мишкә райондары сәнғәт оҫталары ла ҡатнашасаҡ. Марафон­дың символикаһы: “Еңеү” штандарты һәм “Мәңгелек ут” капсулаһы.
Бөгөнгө тантаналы сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Риваль Сәлимов менән хәрби хәрәкәттәр ветераны Йәүхәт Шәйәхмәтов ҡатнашты. “Хәсрәтле әсә” һәйкәле эргәһендә үткән тантаналы минтингыла район хакимиәте вәкилдәренә “Мәңгелек ут” капсулаһы тапшырыла. Ошо символ райондарҙа Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек сиктәрендә ойошторолған һәр сарала ҡатнашасаҡ. Тантаналы митингынан һуң Борай район Мәҙәниәт һарайында фестиваль сиктәрендә борайҙар ҙур концерт менән сығыш яһай. Беҙҙең райондың сәнғәт оҫталары иртәгә һынау тотасаҡ. Райондаштарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!
Белешмә
Марафондың төп бурысы – йәштәрҙе данлы тарихыбыҙ өлгөһөндә әхлаҡи һәм патриотик рухта тәрбиәләү, Бөйөк Еңеү тураһында хәтерҙе нығытыу һәм һаҡлау.
“Еңеү” марафоны положениеһына ярашлы, уның символдарын тапшырыу тантанаһы ун муниципаль районда үтәсәк. Уларҙа “Еңеү Салюты” халыҡ ижады фестивале смотрҙары ойоштороласаҡ. Республика марафо­нының йомғаҡлау этабы 2020 йылдың 9 майында Өфөлә үтәсәк.
Наилә Имаева.
Читайте нас: