Йәнтөйәк
+12 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
12 Ноябрь 2019, 12:20

Яңы тормош — айыҡ тормош

#АйыҡАуыл2019 #АсҡынРайоныИҫке Мутабаш ауылы халҡының айыҡ тормош башлауы хаҡында Альфред Хәжимуллиндың шиғырын түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә башҡарылған эштәргә презентация яһағанда Иҫке Мутабаш ауылы клубы методисы Гөлшат Ғимаева районыбыҙҙың танылған шағиры Альфред Хәжимуллиндың шиғырын уҡып, сығышын дәлилләп ҡуйғайны. Был шиғырҙы гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына ла тәҡдим итәбеҙ.
Әйткән һүҙҙә тора белә
Беҙҙең уңған мутабаштар.
Әҙ-мәҙ генә “ҡапҡаны” ла
Ошо ғәҙәтен ташлар.
Айыҡ ауыл, айыҡ тормош,
Бигерәк оҡшай халыҡҡа.
Ялҡып киткән саҡтарында
Ирҙәр йөрөр балыҡҡа.
Ҡатындар бәлеш бешерер,
Бауырһаҡ менән шәңгәне.
Әрләмәҫтәр, ҡыйырһытмаҫтар
Ир-ат тигән бәндәне.
Китек булмаҫ
күңеле балаларҙың,
Татыу булыр, берҙәм булыр.
Ир-ҡатын аралары.
Көтөп алыр ауыл халҡы
Һыҙылып таңдар атҡанын.
Күҙеңә лә күрһәтмәҫтәр
“Боярышник” һатҡанды.
Халыҡ әйтте: “Ундай күренеш
Бетте, китте һәм шабаш!”
Яңы тормош — айыҡ тормош,
Башлай беҙҙең Мутабаш!
Наилә Имаева әҙерләне.
Читайте нас: