— Ҡариҙелдәге яңы эш урыным бик оҡшай: тәбиғәт матур, саф һауа, кешеләр ҙә асыҡ күңелле, иң мөһиме — коллектив татыу, берҙәм. “Ауыл табибы” программаһы буйынса йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы барлығын белгәс, бик шатландым. Ауылда эшләп, тәжрибә туплайһың, өҫтәүенә, матди хәлеңде лә яҡшыртаһың. Был программала ҡатнашыусы булараҡ, мин Ҡариҙелдә биш йыл эшләргә тейешмен, — ти Эльвина Әйүпова. Уның фекеренсә, был программа бик кәрәкле һәм урынлы.
Эльвина Фәнәис ҡыҙы Ҡариҙел район дауаханаһында йыл ярым ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, хеҙмәттәштәренең һәм пациенттарҙың ихтирамын яуларға өлгөргән. Алсаҡ йөҙлө, ярҙамға әҙер табип үҙ эшен яратып башҡара. Көн дә көндөҙгө стационарға 30-ға яҡын кеше килә. Балалар башлыса киҫкен респиратор сирҙәр менән, һалҡын тейҙереп ауырый. Өлкәндәр йөрәк-ҡан тамырҙары паталогиялары, юғары ҡан баҫымы менән мөрәжәғәт итә. Һәр береһен иғтибар менән тыңлай, кәңәштәр бирә, ауырыуы буйынса тейешле дауа яҙа Эльвина Фәнәис ҡыҙы.