Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
11 Ноябрь 2019, 17:20

Йөрәктәргә үтеп инде "Йөрәк һүҙе"!

Асҡын ағинәйҙәренең Өфөгә сәйәхәте “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһен ҡарау менән тамамланды. Тулыраҡ түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Өсөнсө тапҡыр үткәрелгән мәҙәни проект быйыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына һәм Театр йылына арналды, шуға шиғри ярышта тик актерҙар, башҡорт һәм татар театрҙарының танылған актерҙары ғына ҡатнашты.

Уларҙы әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә исемдәре танылған шәхестәрҙән торған эксперт комиссияһы һайлап ала.
Бына улар – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан Суфия Ҡорбанғәлиева, Морат Рафиҡов, Гөлмирә Исмәғилева, Фәнис Рәхмәтов, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрынан Илгиз Таһиров, Шәһит Хамматов, Вадим Ҡылысов, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрынан Зөлфиә Хәлилова, Салауат дәүләт башҡорт драма театрынан Зиннур Сөләймәнов, Нәүфилә Яҡупова, Сибай дәүләт башҡорт драма театрынан Юнир Ғәйнуллин, “Нур” Өфө дәүләт татар драма театрынан Гөлназ Мөхәмәҙиева, билдәле режиссер Әлмира Ҡыуатова, шәхси эшмәкәр Земфира Байбулдина, “Юлдаш” радиоканалы алып барыусыһы Фәрүәз Урманшин, Башҡорт дәүләт филармонияһынан Эльмира Юлдашева.
Беренсе турҙа 16 актер ҡатнашты, шуларҙың һигеҙе икенсе турға үтте, финалға дүртәү сыҡты. Беренсе турҙа бөтә ҡатнашыусылар ҙа Мостай Кәрим шығырҙарын һайлағайны. Икенсе турҙа актерҙар үҙҙәренә оҡшаған башҡа шағирҙарҙың ижадына мөрәжәғәт итте. Башҡорт рухы менән һуғарылған шиғырҙарҙы дәртле лә, тетрәндергес тә, уйландырғыс та, аптыратырлыҡ та, илатырлыҡ та итеп һөйләнеләр. Башҡорт теленең торошо, тыуған илебеҙ яҙмышы, ғәзиз еребеҙҙең киләсәге, урмандарыбыҙ, ерҙәге йәшәү шарттары, эскелек, балаларҙы яҡлау һәм һаҡлау, Әсә һәм бала, халыҡ яҙмышы һәм башҡа киҫкен мәсьәләләрҙе сәхнәнән тамашасыларға еткерҙе. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа үҙенсәлекле, көслө булды. Биш сәғәт барған көсөргәнешле бәйге һиҙелмәй ҙә үтеп китте.
"Йөрәк һүҙе-2019" еңеүсеһе тип телевидение алып барыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина билдәләнде! Уға оло бүләк - автомобиль һатып алырға 500 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Тамашасылар һөйөүе призына радио алып барыусыһы, йырсы Фәрүәз Урманшин лайыҡ булды. Фәрүәзгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Ә проект авторы һәм етәксеһе Наилә Сәфәрғолова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнде.
Быйылғы бәйгене танылған сәхнә һәм телеэкран йондоҙҙары – Олег Ханов, Хөрмәтулла Үтәшев, Наилә Ғәләүетдинова һәм Флүрә Мурзина баһаланы.
Шулай итеп, Асҡын ағинәйҙәренең Өфөгә сәйәхәте бик матур, тәьҫораттарға бай булды. Илһамланып, дәртләнеп, рухланып, сәмләнеп, яңы көс, һулыш алып ҡайттыҡ баш ҡаланан.
Наилә Имаева.
Читайте нас: