Был әҫәр менән әҙәбиәт дәресендә танышһаҡ та, фильм шул тиклем ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Төп геройҙар – Арыҫлан Ҡырымсурин менән Марта Тимофееваның үҙ ролдәрен ҙур оҫталыҡ менән уйнауҙары күңелдәргә үтеп инде. Һуғыш йылдарындағы халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге, изгелеге, характер ныҡлылығы, башҡорт халҡына хас сабырлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ фильмда киң яҡтыртылған. Тәрбиәүи яҡтан да, тарихи яҡтан да был фильм бик ҙур әһәмиәткә эйә. Кинозалда ҙур экрандан ҡарау бөтөнләй икенсе тәьҫораттар ҡалдырҙы. Фильмды ҡарағанда күҙҙәргә ирекһеҙҙән йәш тулды. “Һеңлекәш” фильмы бик оҡшаны.