Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
11 Ноябрь 2019, 14:15

Асҡын ағинәйҙәре — Өфөлә

Ағинәйҙәрҙең М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейындағы экскурсияһы хаҡында түбәндәге ссылка буйынса инеп уҡый алаһығыҙ: https://askinskajanov-b.rbsmi.ru/articles/tormosh-ulyshy/As-in-a-in-y-re--f-l-7951/

9 ноябрҙә Асҡын районы ағинәйҙәре район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова етәкселегендә Өфөгә барып, рухи һәм мәҙәни ял итеп, сәмләнеп, күңелде байытып, илһамланып йөрөп ҡайтты.
Асҡын ағинәйҙәренең Өфөләге сәйәхәте М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейынан башланыуы һис тә осраҡлы булманы. Сөнки 9 ноябрҙә күренекле яҡташыбыҙ, РСФСР‑ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы, Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Федор Александрович Кащеевтың 85 йәшлек юбилейы уңайынан шәхси күргәҙмәһе һуңғы көн эшләй ине.
Музейҙа беҙҙе бик йылы ҡаршы алып, беҙҙе залдан-залға йөрөтөп, экскурсовод мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Музей бер-нисә залға бүленгән. Һәр береһендә булып, күренекле рәссамдарҙың картиналарҙы ҡарап, һоҡланып, бай мәғлүмәт һәм тәьҫораттар алып сыҡтыҡ.
Беҙҙең өсөн, әлбиттә, яҡташыбыҙ Федор Кащеевтың картиналары эленгән зал булды. Унда һәр бер картина тормоштан алынған, беҙгә таныш. Үҙенсәлекле милли колорит менән һуғарылған әҫәрҙәре үткәндәр менән хәҙерге араһындағы өҙөлмәҫ бәйләнеш идеяһын аса. Ижадының төп темаһы — башҡорт халҡының тормош-көнкүреше, уның тарихы һәм бөгөнгөһө. «Һауынсылар», «Башҡорт ҡымыҙы», «Башҡорт балы», «Колхозда бесән мәле» кеүек әҫәрҙәрен күпме ҡараһаң да ҡарап туйып булмай. Автор уларҙы шул тиклем йылылыҡ менән оҫта яҙған. Портреттар галереяһында районыбыҙҙың күренекле кешеләрен танып сикһеҙ ғорурландыҡ. Әҫәрҙәре геройҙарының күпселеге — милли һыҙаттарының, тышҡы колоритының матурлығы һәм үҙенсәлеклелеге менән айырылып торған ауыл кешеләре. «Иртә. Ғаилә», «Фәрхи апай» шундайҙарҙан.
Федор Александровичтың картиналарында уның күңел донъяһы, хис-тойғоһо, уй-кисереше сағылыш таба, һүрәттәре лә сағыу төҫтәргә бай булыуы менән айырылып тора, уларҙан сафлыҡ, изгелек, эскерһеҙлек бөркөлә.
Яҡташыбыҙҙың күргәҙмәһенән күңелебеҙ тулып, бай һәм матур тәьҫораттар алып, ғорурланып сыҡтыҡ.
Белешмә
М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы — 1919 йылдың 5 ғинуарында, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡаланың революцион комитеты ҡарары нигеҙендә ойошторола һәм бер йылдан һуң, 1920 йылдың 5 ғинуарынан, эшләй башлай. Ул саҡта Пролетар художество музейы тип атала. Музейға ҡаланың иң матур йорто бүленә, уға учреждениеларҙағы, ҡасҡан байҙар өйҙәрендәге, губерна— музейындағы һынлы сәнғәт әйберҙәре күсерелә. Музейҙы ойоштороу өсөн Мәскәүҙән рәссам һәм архитектор И. Е. Бондаренко саҡырыла. Ул килгәс тә, эшкә урындағы рәссамдарҙы йәлеп итә.
М. В. Нестеров исемендәге Башкорт дәүләт художество музейы
Тиҙҙән Мәскәүҙән күренекле урыҫ рәссамы М. В. Нестеровтың яҡташтарына — Өфө халҡына — бүләк иткән 102 картинанан торған коллекцияһы ҡайтарыла. Революцияға тиклемге урыҫ һынлы сәнғәте мираҫтарынан торған был коллекцияла Репин Илья Ефимович, И. Левитан кеүек бөйөк рәссамдарҙың картиналары ла була.
Музейҙың XIX—XX быуаттағы урыҫ сәнғәте булеге Нестеров бүләге менән генә сикләнмәй. Уны тулыландырыуға Мәскәү һәм Ленинград галереялары һәм музейҙары ҙур ярҙам курһәтә. Улар аша Өфөгә Көнбайыш Европа, шулай ук Япония һәм Ҡытай сәнғәте өлгөләре лә килә. Музей өҙлөкһөҙ тулылана. Башкорт һынлы сәнғәтенең барлыҡҡа килеүе, халыктың һырлап, биҙәп, сигеп зауыҡ менән эшләгән әйберҙәрен йыйыу буйынса үткәрелгән экспедициялар һөҙөмтәһендә музейҙа бик бай, шул иҫәптән Башҡортостандың үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырыусы яңы бүлектәр асыла.
Михаил Васильевич Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы Башҡортостан республикаһының мөһим мәҙәни үҙәктәренең береһе.
Наилә Имаева.
Читайте нас: