Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
8 Ноябрь 2019, 18:20

Солтанбәктәр һәм әмирҙәр — икенсе!

#АйыҡАуыл2019 #АсҡынРайоны “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабында Солтанбәк һәм Әмир ауылдары икенсе урынға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!

Был ике ауыл халҡы ла әүҙемлектәре, берҙәмлектәре, ойошҡан, рухлы, инициативалы булыуҙары менән һоҡландыра. Улар өҫтән, етәкселәрҙән көтөп ятмай, ә алда торған мәсьәләләрҙе үҙҙәре хәл итергә тырыша.
Ҙур булмаған Әмир ауылы халҡы үҙ көстәре менән мәсет, яугиҙар иҫтәлегенә обелиск төҙөй. Зыяратты кәртәп алыу, урамдарҙы төҙөкләндереү буйынса ла бихисап эштәр башҡарған. Ауыл, мәсет төҙөү тарихы, ауылдың социаль-иҡтисади торошо хаҡында ауылдың старостаһы Фәрзәт ағай Ваһапов менән әүҙем ағинәй Ғәҙилә апай Ахметова матур итеп һөйләне. Трибуна артына баҫып түгел, ә йәштәргә аманат итеп, үҙенә күрә тәрбиәүи тамаша итеп, ҡаршыларына осраған әсәле-ҡыҙлы Сибәғәтуллиналарға бәйән итте. Ә йәштәр, үҙ сиратында, ауылдарында шундай уңған, иманлы ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар булыуына һөйөнөсөн белдерҙе.
Тарихҡа бай Солтанбәк ауылы ла сәләмәт һәм айыҡ тормошто пропагандалау буйынса ҙур эштәр башҡарҙы. Ошо юҫыҡта яҙҙан алып көҙгә тиклем йөкмәткеле һәм фәһемле саралар ойошторҙолар. Төҙөкләндереү өмәләре лә гөрләп торҙо. Әле яңы ғына ауылға ингән ерҙә шишмәне төҙөкләндереп, таҙартып ҡуйҙылар. Ауылға иман нурҙары таратыусы мәсет тә буш тормай. Ололар менән бергә йәштәрҙең, балаларҙың да иман юлына баҫыуы һөйөнөслө. Быйыл 100 йыллыҡ юбилейын юғары кимәлдә билдәләгән мәктәп эшмәкәрлеге лә яҡшы. Уҡыусылар район һәм республика кимәлендә конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулай. Йәштәр спорт менән шөғөлләнә, шәжәрәһен өйрәнә, тарих менән ҡыҙыҡһына.
Ауылдың уңған ир-егеттәре әлеге мәлдә мәсеттә ремонт эштәре башҡара. Күп бала тәрбиәләгән һәм ата-әсә ҡарауынан тороп ҡалған етемдәрҙе лә ҡанат аҫтына һыйындырған уңған, татыу ғаиләләр күп булыуы менән данлы Солтанбәк. Бына ошоларҙың барыһы тураһында бөгөн урындағы мәктәп уҡытыусыһы, әүҙем йәмәғәтсе Алһыу Фәзнәүи ҡыҙы Фәррәхова ентекле итеп һөйләне. Уның сығышы слайд-шоу менән оҙатылып барҙы.
Икенсе урын яулаусы солтанбәктәрҙе һәм әмирҙәрҙе ҡотлайбыҙ! Артабан да шулай рухлы, әүҙем, берҙәм булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Читайте нас: