Йәнтөйәк
+3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
8 Ноябрь 2019, 17:20

Үршиҙеләр менән төлгөҙбаштар — беренсе!

“Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабында Үршиҙе һәм Төлгөҙбаш ауылдары беренсе урынға лайыҡ булды.

Төлгөҙбаштар был конкурста дүртенсе йыл ҡатнаша, шуға айыҡ тормош көтөүҙәренең һөҙөмтәләре лә бар. Бирелә уңған, берҙәм халыҡ йәшәй. Төрлө милләт кешеләре бында бер туғандай булып, дуҫ-татыу ғүмер итә. Халыҡ эш юҡлығына зарланмай, ситкә лә сығып эшләй, шәхси хужалығында ла күпләп мал аҫрап, баҡса үҫтереп, бал ҡорттары ҡарап, етеш тормош көтә. Төлгөҙбаштар тарихты өйрәнә, шәжәрәләрен барлай, яугирҙарҙы хөрмәтләй, ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ауыл төҙөклөгө, таҙалығы менән дә дан тота.
Бөгөнгө ултырышта мәғариф ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе Йәрис Рәфҡәт улы Зәйдуллин сарала ҡатнашыусыларҙы ауылдың тарихы, күренекле кешеләре, уңғандары, йүнсел ғаиләләре менән таныштырҙы, айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса үткәрелгән матур саралар тураһында ла һөйләне.
Һуңғы арала Үршиҙе ауылы тураһында ла йыш яҙабыҙ. Яҙмаҫлыҡ та түгел шул! Үршиҙеләр әленән-әле район сараларында ҡатнашып, еңеү яулап тора. Күптән түгел “Ауаз” республика конкурсында ла “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле махсус бүләккә лайыҡ булып, еңеп ҡайтты! Ауылдарын төҙөкләндереү, сәләмәт һәм айыҡ тормошто алға итеү буйынса ла арымай-талмай эшләй үршиҙеләр. Йәйгеһен һабантуйҙар, дини йыйындар, Шәжәрә байрамдары үткәрәләр, ә ҡыштарын күңелле итеп, бар ауылды йыйып, төрлө спорт ярыштарын ойошторалар. Бөгөн дә презентацияға һәр ваҡыттағыса ныҡлы әҙерлек менән күмәкләп килгәндәр.”Гөлнәзирә”ләр залдағыларҙы сәмләндереп, дәртләндереп, йырлап, бейеп рухландырҙылар. Дини, мәҙәни сараларҙа, төҙөкләндереү эштәрендә алдынғылыҡты бирмәгән үршиҙеләр лайыҡлы рәүештә беренсе урын яуланы. Афарин, үршиҙеләр һәм төлгөҙбаштар!
Наилә Имаева.
Читайте нас: