Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, районыбыҙҙа старт бирелгән “Айыҡ ауыл” республика конкурсына асҡындар иң беренселәрҙән булып ҡушылғайны. Үршиҙе, Ҡарткиҫәк, Төлгөҙбаш, Башҡортостан ауылдары вәкилдәре был хаҡта Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышында уҡ белдергәйне. Сәләмәт тормошто пропагандалаған республика конкурсының район этабында 12 ауыл ҡатнашты. Уларҙың һәр береһендә айыҡ тормошто пропагандалаған төрлө саралар үткәрелде. Ойоштороу комитеты ағзалары ауылдарҙа ошо йүнәлештәге эшмәкәрлек менән даими танышып барҙы. Һәм, ниһайәт, бөгөн конкурста ҡатнашыусылар эскелеккә, тәмәкегә, наркоманияға ҡаршы һәм һау-сәләмәт тормош өсөн алып барылған эшмәкәрлектәре һәм уның һөҙөмтәһе менән ойоштороусы комитетты таныштырҙы. Улар башҡарған эштәре тураһында слайд-шоу әҙерләп, сығыш яһаны. Кемдер йырлап, бейеп, шиғыр ҙа һөйләне. Жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы, сөнки һәр ауыл ентекле әҙерләнгәйне. Шулай ҙа, конкурс булғас, еңеүсеһе лә булырға тейеш. Оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң, конкурс положениеһы критерийҙары үтәлешенән сығып, Гран-приға Ҡарткиҫәк ауылын лайыҡ тип таптылар. Ауылда сәләмәт тормош алып барған, матур итеп донъя көткән ғаиләләр бик күп. Айыҡ тормошто пропагандалау буйынса ла иң күләмле һәм йөкмәткеле саралар нәҡ бында үткәрелде. Хәҙер ҡарткиҫәктәр районыбыҙ данын республика кимәлендә яҡларға әҙерләнә. Уларға уңыштар теләйбеҙ!