“Бәләкәй генә Башҡортостан ауылы үҙенең күренекле кешеләре, эшһөйәр, татыу ғаиләләре менән дан тота. Бирелә 14 йортта 38 кеше ғүмер итә. Ауылда социаль объекттар булмаһа ла, халыҡ зарланмай, гөрләтеп донъя көтә, мал аҫрай, ҡош-ҡорт ҡарай, шәжәрәләрен өйрәнә, йолаларҙы һаҡлап йәшәй. Мәҫәлән, күптән түгел генә Суфияновтар ғаиләһе 25 ҡаҙ үҫтереп, матур итеп “Ҡаҙ өмәһе”н үткәрә. Бирелә халыҡ айыҡ тормош көтә, гәзит-журналдар, китап уҡырға ярата. Ғаилә байрамдарын да эскеһеҙ табындар әҙерләп, матур итеп бергәләп үткәрәләр. Башҡортостандар ауылдарында яугирҙар иҫтәлегенә обелиск төҙөү идеяһы менән янып йәшәй, — тип ауыл тормошо хаҡында Иҫке Ҡаҙансы ауыл китапханасыһы Гөлфинә апай Исламова һөйләне.
Иҫке Мутабаш ауылы тормошо, тарихы, күренекле кешеләре, үткәрелгән саралар тураһында ауыл мәҙәниәт йорто методисы Гөлшат Ғимаева һөйләне. Айыҡ тормошто пропагандалаған саралар Мутабашта ла күп үтә. Айырыуса Альфред Хәжимуллиндың яңы йыйынтығының исем туйы ҙурлап ойошторола. Шиғри күңелле мутабаштар зал тултырып килә сараға. Мутабаш гармунсылар, баянсылар төйәге булыуы менән дә билдәле. Шуға йыл да район конкурсы ҙур ойошҡанлыҡ менән нәҡ Мутабаш клубында үтә. Ауыл халҡы тыныс тормош өсөн баштарын һалған яугирҙарҙы ла онотмай. Быйыл Еңеү аллеяһы асыла.