Тантаналы сараны район хакимиәте башлығы Ришат Дихин асты. Ул байрамға йыйылыусыларҙы Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы.
- Районыбыҙҙа төрлө милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу ғүмер итә. Беҙ барыбыҙ ҙа – төрлө һәм ҡабатланмаҫ. Иң мөһиме – беҙҙе тыуған еребеҙгә һөйөү, уны тағы ла уңышлыраҡ, көслөрәк, кешеләр тормошон яҡшыраҡ итеүгә ынтылыш берләштерә, - тине ул.
Ришат Марат улы райондың үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм асҡындарға Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдарын тапшырҙы. Артабан тантаналы шарттарҙа “Асҡын районының почетлы гражданины” билдәһе үлгәндән һуң күренекле яҡташыбыҙ, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған инженеры, 1995-1997 йылдарҙа район хакимиәте башлығы булып эшләгән Владимир Кавардаковҡа бирелде. Награданы Владимир Александровичтың тормош иптәше Галина Ивановна алды.
Асҡын ауылында йәшәүсе Алеся Бусыгина өсөн дә был көн иҫтәлекле булды. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған ҡыҙға Ришат Марат улы фатир асҡысы тапшырҙы.
Илһөйәрлек, дуҫлыҡ, берҙәмлек рухы менән һуғарылған концерт ысын мәғәнәһендә байрам бүләге булды. Тамашасылар күңелле, рухлы йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән сығыш яһаусы районыбыҙҙың иң яҡшы ижади һәм һәүәҫкәр коллективтарын көслө алҡыштар менән ҡаршыланы. Концерт милләт-ара татыулыҡты сағылдырып, дуҫлыҡ гөлләмәһен хәтерләтте.