— Комсомол беҙҙе сыныҡтырҙы, оло тормошҡа юл күрһәтте. Беҙ үткәргән төрлө патриотик саралар, байрамдар, смотрҙар, конкурстарҙың иҫәбе-һаны ла юҡ! Йәшлек дәрте, әллә күпме идеялар менән яна инек! Комсомол мәктәбен үткән бик күптәр уға рәхмәтле. Шул иҫәптән беҙ ҙә, — тине бер тауыштан Фәниә апай менән Фәнирә апай. — Йыл һайын ВЛКСМ-дың тыуған көнөндә беҙ - элекке комсомолдар кисә генә айырылышҡан ысын дуҫтарҙай осрашып күрешәбеҙ. Комсомол – беҙҙең йәшлегебеҙ. Беҙ көслө, дәртле һәм яңынан-яңы үрҙәр яуларға әҙер инек. Байтаҡ йылдар уҙһа ла, комсомол мәктәбен үткәндәрҙең барыһы ла бөгөн дә йәш, ысын лидерҙар.
— Фәниә апам 1969 йылда район үҙәгенә килеп, комсомол сафына инә. Тантаналы сара Пионерҙар йортонда үтә. Ә мин, 1974 йылда, Мәсәғүт педагогия училищеһында 1-се курста уҡығанда комсомолға индем. Бик ныҡ әҙерләндек. Минең әүҙемлегемде күреп, шунда уҡ уҡыу йортоноң профкомына алдылар, үҙебеҙҙең төркөмгә староста итеп тә һайлап ҡуйҙылар. Шулай комсомоллы студент йылдары бик күңелле үтте. Эшкә ҡайтҡас, комсомол ойошмаһы кураторы итеп тәғәйенләнеләр. Тырышып эшләгән өсөн 1983 йылда Мәскәүгә бер аҙнаға юллама биргәйнеләр. Райондан үҙем генә инем, ә республиканан 30 йәш уҡытыусы бер аҙна Мәскәүҙә булып ҡайтҡайныҡ. Ошо юлламаны биреп, мине тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға дәртләндергән өсөн етәкселәргә рәхмәтлеме. Мин ул ваҡыттарҙы, комсомол башлыҡтарын бик йыш иҫкә алам, был матур осорҙа бергә эшләгән иптәштәрем менән ғорурланам. Комсомол кешеләр менән, коллективтар менән, төркөмдәр менән эшләргә, аудитория алдында сығыш яһарға, башҡаларҙы үҙеңдең артыңдан әйҙәргә өйрәтте. Ул, ысынлап та, яҡшы тормош мәктәбе булды, — тине Фәнирә Мәүли ҡыҙы.