Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
29 Октябрь 2019, 12:12

Бөгөн — комсомолдың тыуған көнө!

29 октябрь – комсомолдың тыуған көнө - һаман да иҫтәлекле дата. Районыбыҙҙа ла бөгөн ошо уңайҙан иҫтәлекле сара үтә.

1918 йылдың 29 октябрендә эшсе һәм крәҫтиән йәштәре союзының I Бөтә Рәсәй съезында Рәсәй йәштәренең коммунистик союзы – РКСМ ойошторола, 1924 йылда ул – Ленин комсомолы, ә 1926 йылда Бөтә Союз коммунистик йәштәр союзы тип үҙгәртелә. Комсомолдың данлы үткән юлы, намыҫлы хеҙмәт менән яуланған хәрби һәм хеҙмәт наградалары хәҙер тарихта ғына ҡалды. Әммә комсомол мәктәбен үткән күптәр уны бөгөн йәшлегенең иң сағыу һәм матур осоро тип иҫкә ала һәм уның эшмәкәрлеген, тәрбиәүи әһәмиәтен юғары баһалай. Улар өсөн комсомолдың тыуған көнө бөгөн дә иң матур байрамдарҙың береһе булып ҡала.


Комсомол тормоштоң бөтә өлкәләренә: сәнәғәт һәм иҡтисад, мәғариф һәм фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт, спорт, ялды ойоштороуға ғәйәт ҙур йоғонто яһаны. Һәр уҡыу йортонда, ойошма һәм предприятиела, көс ведомстволарында мотлаҡ ВЛКСМ-дың тәүге ойошмаһы булды.

Комсомол 1991 йылда ГКЧП-ның август фетнәһенән һуң үҙ эшен туҡтатты. ВЛКСМ-дың XXII ғәҙәттән тыш съезы совет комсомолының тарихи роле бөтөүен иғлан итте һәм ойошманың үҙ-үҙен тарҡатыуы тураһында белдерҙе. Ошонан һуң комсомол менән сағыштырырлыҡ бындай көслө йәштәр ойошмаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, булманы.

Читайте нас: