Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
23 Октябрь 2019, 17:04

“Нур” театрында ҡунаҡта

Өфөлә “Нур” татар дәүләт драма театрында “Тулпар” журналы ойошторған “Илһамлы мизгел” әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды. Был мәртәбәле сарала миңә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Бәйгене ойоштороуға күп көс һалған журналдың проза бүлеге мөдире Дилбәр Булатова ҡулынан Диплом, сәскә гөлләмәһе һәм бүләк-карта алыусылар араһында мин дә бар инем. “Әҙәбиәткә индергән өлөшөгөҙ һәм юғары әҙәби оҫталығығыҙ өсөн” тип тәбрикләнеләр беҙҙе. Кем өсөндөр был кес кенә ваҡиғалыр, ә минең өсөн ул бик ҙур мәртәбә. Әйткәндәй, 2012 йылда “Өмет” гәзитенең лауреаты” исемен яулаған миҙгелдә лә мин шулай тулҡынланғайным.

Беҙҙең Борай халҡы бик талантлы. Был “Илһамлы мизгел” бәйгеһенә лә районыбыҙҙан бер нисә ҡәләмдәш саҡырылғайныҡ, тик барыусыларҙан мин генә булдым. Бәйгегә үҙҙәренең яҙмаларын ебәреүсе Рәзиф ағай Зыятдинов, мин, Борай яғында тыуып үҫкән Ирек Ғәлин һәм шулай уҡ бик талантлы ҡәләмдәшебеҙ (мәрхүмә) Нәфисә Хәбиптийәрованың да исеме бар ине.
Гөлсимә Зиннәтуллина, “Замандаш” әҙәби берекмәһе ағзаһы.
Читайте нас: