Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
22 Октябрь 2019, 12:30

Еңеүселәр исеме һәйкәлдәргә уйыла...

Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа йәшәүселәрҙең теләге, башлап йөрөүе һөҙөмтәһендә районда бик күп һәйкәлдәр ҡалҡып сыҡты. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә халыҡ көсө, иғәнәселәр ярҙамы менән башҡарылды был изге эштәр. Элек һәйкәлдәргә Бөйөк Ватан һуғышы ҡырҙарында батырҙарса һәләк булған һалдаттарҙың ғына исеме яҙыла ине. Хәҙер Еңеү яулап ҡайтып, тыныс тормошта фиҙаҡәр хеҙмәт һалған, бөгөн инде арабыҙҙа булмаған ветерандарҙың да исемдәре уйыла...

Насар, Еләҙекүл, Тушҡыр, Киҙгәнбаш, Иҫке Ямурҙа, Түбән Ҡарыш, Суртанлыкүл, Туҙлуба, Якунин, Туҡтай, Иҫке Дүртекәй, Яңы Дүртекәй, Мишәр... Һуңғы ике йылда һәйкәлдәр төҙөлгән ауылдар исемлеге был, һәм уны тағы ла дауам итеп булыр ине. Араларында ҙур ауылдар ҙа, бәләкәйҙәре лә бар. Барыһында ла һәйкәл төҙөү башланғысы халыҡ, ауыл Советы тарафынан күтәрелә. Финанс ярҙамға ауылда йәшәүселәр ҙә, ситкә сығып киткәндәр ҙә ҡушыла. Ауыл оҫталарының уңған ҡулдары менән күп төҙөлөш эштәре башҡарыла.

Күптән түгел, мәҫәлән, бер-береһенә яҡын ғына урынлашҡан Дүртекәй ауылдарының һәр береһендә һәйкәлдәр асыу тантанаһы үтте. Һәйтәк ауыл биләмәһе башлығы Эльза Фәйершина үҙ сығышында: “Һәйкәлдәр барыбыҙ өсөн дә ғорурланыу, ата-бабаларыбыҙ ҡаһарманлығы алдында баш эйеү урыны булыр”, — тине. Халыҡ аҙ йәшәгән, мәктәп һәм клубы ла булмаған бәләкәй ауылдар өсөн һәйкәлдәр, ысынлап та, ҙур әһәмиәткә эйә. Үҙенә тартып, йыйып торған үҙәккә әүерелә улар. Ике ауылда ла ойоштороу эштәренә ауыл Советы хакимиәте менән бер рәттән тыуған еренең ысын патриоты — Сәмиғулла Изибаеров күп көс һалған. Ауыл биләмәһе башлығы Данис һәм Фәнис Ҡансәфәровтарға, Михаил һәм Андрей Нәбиуллиндарға, Вениамин Вәлиевҡа, Андрей Тастиев һәм Радик Саҙретдиновҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, йыйылған халыҡты һәйкәлдең тирә-яғын йәшелләндереү хәстәрен күрергә, таҙа тоторға өндәне. Тантанала район Советы рәйесе Рөстәм Вәлиев, район ветерандар советы рәйесе Ғәли Сәрүәртдинов ҡатнашты.

Мишәр ауылында иһә һәйкәл асыу көнө ҙур байрамға әйләнде. Республика көнө уңайынан ойошторолған сараларҙың береһе булараҡ, мишәрҙәрҙең шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Газпром трансгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов, Балтас һәм Тәтешле райондары хәрби комиссары Ансар Арысланов, Балтас һәм Асҡын райондары ахуны Рәфис Шәйхәйҙәров һәм башҡа ҡунаҡтар килде. Һәйкәл шулай уҡ “Аныҡ эштәр” проекты һәм халыҡ көсө менән эшләнде.

Байрам алдынан Мишәр ауылы гөрләп торҙо: олоһо ла, кесеһе лә ярҙамға ашыҡты, һәйкәл янындағы кибет төҙөкләндерелде, клуб бинаһы тышланды, түбәһе профнастил менән ябылды, йылылыҡ үткәрелде, юлға ҡомташ түшәлде. Был ыңғай үҙгәрештәргә ҡыуанған халыҡ кисен клубҡа ағылды. Район Мәҙәниәт һарайы коллективы ойошторған ҙур концерт программаһының уртаһында һәйкәлде эшләүҙә әүҙем ҡатнашҡандар һәм Мишәр ауылының һәләтле кешеләре булды. Ошо ауылда “Әнием” мәсетен төҙөтөүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, райондың Почетлы гражданы Флидә Ғәлиева һәм уның ғаиләһе быйылғы изге эштәрҙең дә нәҡ уртаһында ҡайнаны: йыраҡтарҙа йәшәүсе яҡташтарына иғәнәселек ярҙамы һорап мөрәжәғәт иттеләр, ауылдаштары менән бергә өмәләр ойошторҙолар. Флидә Факаетдин ҡыҙы — һәүәҫкәр шағирә лә. Уның һүҙҙәренә яҙылған “Әсәйемә” йырын мишәрҙәр яратып башҡарҙы. Ә шул уҡ ауылдың тағы ла бер талантлы ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рая Хамаева менән берлектә ижат ителгән “Тыуған ерем” йырын район Мәҙәниәт һарайы вокаль ансамбле был кистә тәүге тапҡыр башҡарҙы. Ансамбль ағзаһы Гүзәл Әхмәтйәнованың әсәһе бирелә тыуып-үҫкән, һәйкәлдә ветеран олатаһының исеме бар. Ул ауылдашы Фоат Таһировтың “Беҙҙең яҡтар” тигән шиғырын уҡыны, йыр башҡарҙы. Концерт барышында атаһының ауылдаштары менән район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев аралашты, клуб ремонтлауға ҙур көс һалған эшҡыуар Илнур Шакиров, юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы етәксеһе Флүр Әҡбәров, ауыл старостаһы Фоат Исмәғзәмов, Тушҡыр ауыл биләмәһе башлығы Булат Әғләмов үҙ фекерҙәрен әйтте. Йырлы-моңлы, ихлас һөйләшеүле йылы осрашыу күмәк бейеү менән тамамланды.
Ғәзим Талипов фотоһы.
Читайте нас: