Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
7 Октябрь 2019, 16:24

Балтас районынан Заһирә Вәлиева Шиғри күңелле математик, хөрмәтле ағинәй, ҡәҙерле әсәй, өләсәй ҙә ул

Заһирә Вәлиева йәш сағында журналист булырға, бының өсөн юғары уҡыу йортоноң филология факультетына уҡырға инергә хыяллана. Хыялына беренсе аҙымды ла яһай — Балтас урта мәктәбен тамамлағас, Тутағас мәктәбендә татар теленән балаларға белем бирә. Ләкин мәғариф бүлегендә, районда математика уҡытыусылары етешмәү сәбәпле, йәш ҡыҙға бөтөнләй башҡа йүнәлеште һайларға тәҡдим итәләр. Математика фәнен дә бик яратып уҡыта ул, 40 йылға яҡын хеҙмәтен бағышлай район мәғарифына. Ә Заһирә Фәтхинур ҡыҙының йәшлек хыялын улы Рөстәм тормошҡа ашыра. Ул оҙаҡ йылдар “Балтач таңнары” гәзите редакторы булып эшләй.

Күңеле шиғриәт, проза донъяһына тартылып, яҙыусы ҡәләме ҡулында тибрәлергә генә торһа ла, Заһирә мәктәп йылдарында теүәл фәндәрҙе лә бик яратып үҙләштерә. “Бәлки, беренсе уҡытыусым Хәжимә Ризуан ҡыҙы Камалова, шул фәндәргә мөхәббәт тәрбиәләүсе уҡытыусыларым Әхнәф Мазһар улы Мазһаров, Рәфинә Зарай ҡыҙы Шәрифғәлиева, үҙенең балаларға әсәйҙәрсә мөнәсәбәте менән класс етәксебеҙ Рәжимә Ҡауи ҡыҙы Вәлинурованың өлгөһө сәбәпсе булғандыр, мәғариф бүлеге тәҡдименә ҡаршы килә алманым. Тыуған ауылыма, Иҫке Яҡшый һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә математика уҡытыусыһы булып эшкә ҡайттым һәм ситтән тороп Бөрө дәүләт педагогия институтына уҡырға индем”, — тип иҫкә ала Заһирә Фәтхинур ҡыҙы.


Тыуған мәктәбендә 29 йыл эшләй Заһирә Вәлиева. Ул килгәндә коллективты башлыса өлкән йәштәге уҡытыусылар тәшкил итә. 1981 йылға тиклем Иҫке Яҡшый мәктәбе коллективын электән Балтас урта мәктәбе директоры булып эшләгән абруйлы шәхес Сәғит Йосоп улы Аҡбаев етәкләй. Нәҡ уның ҡул аҫтында педагог һөнәренең асылына төшөнөү бәхете тейә Заһирә Фәтхинур ҡыҙына. “Бер балаға ла ҡаты бәрелмә, күңелен йәрәхәтләмә. Яҡшы билдәләр алып уҡыймы ул, насар өлгәшәме — һәр береһенә айырым иғтибар бирергә кәрәк. Беҙҙән йылылыҡ, аңлау булһа, улар үҙ юлдарын табыр”, — ти ине Сәғит Йосоп улы. Был һүҙҙәр миңә ҙур һабаҡ булды, ғүмерем буйына онотманым, гел шул кәңәштәрҙе тоторға тырыштым”,- ти ул.


Уҡытыусының төп эш принцибы шул йылдарҙа формалаша: балаларға ышаныс менән ҡарауҙы маҡсат итеп ҡуя ул. Дәрестән тыш саралар аша балалар күңелендә теүәл фәндәр менән ҡыҙыҡһыныу уятырға ынтыла. Ә дәрестә теманы аңламағандарҙы дәрестәрҙән һуң индивидуаль эшләргә, консультацияларға саҡыра. “Бер баланы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманыҡ. Барлыҡ уҡытыусылар ҙа шул маҡсатты алға ҡуйҙы, берҙәм булдыҡ. Баланы нисек тә белдерергә, белем алдырырға тырыша инек”, — ти Заһирә Фәтхинур ҡыҙы. Фиҙаҡәр хеҙмәтенең һөҙөмтәләре лә ҡыуанырлыҡ була: уҡыусылары математика фәне менән бәйле һөнәрҙәр һайлап, юғары уҡыу йорттарында белем ала, һәр береһе тормошта үҙ юлын таба, уҡытыусыға рәхмәт һүҙҙәрен юллай. Төп хеҙмәтенән тыш, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша: вожатый эшен алып барырға ла, фермала агитатор булырға ла, клубта лекциялар уҡырға ла, концерттар ойоштороп, сценарийҙарын үҙе яҙып, уларҙы алып барырға ла өлгөрә уҡытыусы. Өҫтәүенә, 20 йыл буйына һайлау комиссияһы рәйесе йөгөн дә тартҡан кеше ул. Уның шәхси архивында күп һанлы район мәғариф бүлеге Почет грамоталары, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, Бөтә Рәсәй халыҡ, ауыл хужалығы иҫәптәрен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн миҙалдар һаҡлана.


Быуат башында Иҫке Яҡшый ауылында мәктәп ябыла. Ауыл менән тоташҡан район үҙәгендә 2-се мәктәп төҙөлөп сафҡа индерелә. Тәжрибәле уҡытыусы бирегә эшкә килгәндә коллективта бары тик йәштәр була. Уларға кәңәшсе лә, терәк тә, өйрәтеүсе, әйҙәүсе лә булып туғыҙ йыл эшләй Заһирә Фәтхинур ҡыҙы. Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, хеҙмәттәштәре бик хөрмәт итә үҙен. Әле булһа педагогик хеҙмәт ветеранын бер байрамдан да ситтә ҡалдырмайҙар, урыны һәр ваҡыт түрҙән.

Әйткәндәй, тормош иптәше Мәүләүи Мостафа улы менән парлап Мәҙәниәт һарайында үткән концерттарҙы, спектаклдәрҙе ҡарарға, тәрбиәүи сараларҙа ҡатнашырға ла теләп йөрөй өлкәндәр. Тормоштан һис кенә лә артта ҡалмайҙар. Быйыл Иҫке Яхшый ауылы мәсетенең 270 йыллыҡ байрамын ойоштороуҙа башлап йөрөнөләр, ауыл һәм ауылдаштарының ҡайғы-шатлыҡтары, мәшәҡәттәре менән янып, ҡыҙыҡһынып, булышып йәшәй Вәлиевтар. Бер-береһенә тиң булып, ҡулға-ҡул тотоноп 49 йыл йәшәү дәүерендә улар файҙа ҡылған, алтын кәңәштәрен биргән, ярҙам ҡулы һуҙған кешеләр бихисап. Тормоштоң бер күренешенә лә битараф түгел улар.


Өлкән Вәлиевтар улдары Рудаль һәм Рөстәмдең ғаиләләренә лә тормошта әүҙем позицияла булыу яғынан ҙур өлгө. Улдары ла, килендәре Эльмира һәм Гүзәл, ейән-ейәнсәрҙәре Аяз, Азалия, Рияз, Айгөл, Раил да мәҙәни өлкәлә, йәмәғәт эштәрендә, спортта һәр ваҡыт алдынғылар. Бейейҙәр, гитарала уйнайҙар, алып барыусылар, видео-фото төшөрөүселәр, хоккейсылар, кәрәк икән — спектаклдә уйнайҙар, кәрәк икән — сценарийын төҙөп, сәхнәгә КВН уйындары ҡуялар. Уларҙың өлгөлө ғаилә тормоштарында Заһирә һәм Мәүләүи Вәлиевтарҙың тәрбиәһе ҙур урын алып тора.

Тырыш хеҙмәте менән ихтирамға лайыҡ уҡытыусы, хөрмәтле әсә, ҡатын, өләсәй, ауылдаштары өсөн һәр ваҡыт кәрәкле кеше, кәңәшсе, ярҙамсы Заһирә апай Вәлиеваға һоҡланмай мөмкин түгел. Абруйлы ағинәйҙең ғүмере оҙон булһын, йәштәргә, балаларға өлкәндәр һүҙе бик кәрәк!


Гөлнара Шәймөхәмәтова.



Читайте нас: