Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
4 Октябрь 2019, 15:52

“Һеҙ иң гүзәл кеше икәнһегеҙ!”

Ҡашҡа мәктәбендә 2-се класс уҡыусылары ололарҙы тәбрикләй

Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө уңайынан Ҡашҡа урта мәктәбенең 2-се класында матур сара үтә. Класс етәксеһе Раушания Шакирова ветеран уҡытыусыларҙы һәм оло йәштәге әүҙем ағинәйҙәрҙе саҡырып, “Һеҙ иң гүзәл кеше икәнһегеҙ” тигән класс сәғәте ойоштора.

Уҡыусылар уҡытыусы апайҙары етәкселегендә матур шиғырҙар, дәртле йырҙар һәм бейеүҙәр әҙерләп, оло йәштәгеләрҙе һөйөндөрә. Ә ҡунаҡтар — Рәфидә Кәлимуллина, Сания Сәлихова, Зилә Ахунова , үҙ сиратында, балалар алдында сығыш яһап, уларға фәһемле кәңәштәрен еткерә, тырышып уҡырға, тәртипле булырға өндәй, бүләктәр ҙә тарата. Сания Зәйннулла ҡыҙы класта уҡыр өсөн Сергей Михалковтың шиғырҙар йыйынтығын да бүләк итә. Мәктәп китапханасыһы Зифа Ғәлимова йомаҡтар әйтеп, еңеүселәргә тәмлекәстәр тарата.

Сара бергәләп сәй эсеү менән тамамлана.


Читайте нас: