Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
2 Октябрь 2019, 11:59

Бәхетле ҡартлыҡ — үҙе шатлыҡ

#АйыҡАуыл2019 #АсҡынРайоны “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабында ҡатнашыусы Үршиҙе ауылында Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә бағышланған ҙур сара үтте.

Шуныһы ҡыуаныслы — был байрам урында матур традицияға, изге йолаға әйләнгән. Байрам күрке булып бар ғүмерҙәрен фиҙаҡәр хеҙмәткә бағышлап, тынғыһыҙ эштәренән ҡыуаныс, йәм табып, балалар үҫтереп, бөгөн дә йәшлек әүҙемлектәрен юғалтмаған оло йәштәгеләр килгәйне. Ауылдың имам-хатибы Марсель хәҙрәт Сәлимгәрәев изге доға ҡылып, хәйер фатихаһын биреп, байрамды асты. Тәбрикләү һүҙҙәре менән Урмияҙ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Ирғәлин, район Советы депутаты Ленар Саҙретдинов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары Айгөл Сөләймәнова сығыш яһаны. Йөрәктәргә үтеп инерлек шиғыр юлдарынан йөкмәткеле сценарий төҙөп, байрамды матур һәм йәнле итеп урында мәҙәниәт усағын етәкләүсе Альбина Насырова алып барҙы. Уның һәр һүҙе, һәр шиғыры күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тибрәтеп, уйланырға, һоҡланырға, ғорурланырға, илһамланырға мөмкинселек бирҙе. Ауыл мәҙәниәт тормошонда ҡайнап йәшәүсе йыр-моң һөйөүселәр Миләүшә Әҡбәрова менән Рәзилә Нәртдинованың тәрән йөкмәткеле йырҙары залда ултырыусы апай һәм ағайҙарға байрам бүләге булып яңғыраны.

Сара күңелле сәй табыны менән тамамланды. Урмияҙ ауыл биләмәһе хакимиәте һәм Үршиҙенең уңған хужабикәләре ярҙамында һый-хөрмәт менән тулы байрам табыны әҙерләнгәйне. Өлкән йәштәгеләрҙе туҡмаҫлы аш һәм ҡайнар сәй менән һыйланылар.

Читайте нас: