Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
2 Октябрь 2019, 12:43

Ауыл старостаһы — башлыҡтың уң ҡулы

Үршиҙелә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө уңайынан үткәрелгән байрамда ауыл старостаһы Рәүеф Ниғәмәтйәновты юбилейы менән тәбрикләнеләр.

Рәүеф Фәйзел улын Илшат Үзбәк улы, Ленар Фәрүәзтдин улы, Айгөл Нәфис ҡыҙы, урында ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Фәнизә Рахман ҡыҙы һәм башҡа ауылдаштары ихлас ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе. Һәр сығыш яһаусы Рәүеф ағайҙың ихлас күңелдән ауылдаштарына ярҙам итеүен, ауыл халҡының тормошо өсөн янып-көйөүен, оҫта ойоштороусы булыуын, тормош иптәше Хәнүзә апай менән матур итеп, гөрләтеп донъя көтөүҙәрен, йәмәғәт эштәренең уртаһында булыуҙарын телгә алды һәм рәхмәт белдерҙе. Район үҙәгенән килеүсе Айгөл Нәфис ҡыҙы Рәүеф ағайға матур йыр ҙа бүләк итте. Сығыштар үршиҙеләрҙең дәртле һәм сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Шулай, үршиҙеләр был юлы ла ихласлыҡтары, оҫталыҡтары, һәләттәре, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалап, айыҡ тормошҡа өндәүҙәре менән тағы ла бер һоҡландырҙы, рухландырҙы, илһамландырҙы.




Читайте нас: