Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
26 Сентябрь 2019, 18:04

Урмияҙ менән үршиҙеләр ҙә әүҙем ҡатнашты

Урмияҙ ауыл Советы биләмәһе лә бай тауар ассортименты алып килеп, һатыу урынын матур итеп биҙәгәйне

Үршиҙе ауыл клубы, китапханаһы, Урмияҙ мәктәбе, ике балалар баҡсаһы, клуб һәм китапханаһы, ауыл Советы хеҙмәткәрҙәре йәрминкәгә бай продукция алып килгәйне. Мәҫәлән, Урмияҙ клубы хеҙмәткәрҙәре генә 26 төрлө ҡайнатма әҙерләгәйне, тоҙланмаларҙы — балалар баҡсалары, бешерелгән ҡамыр ризыҡтарын, һөт продукцияһын, салаттарҙы үршиҙеләр алып килгән. Урмияҙ мәктәбе сәскәләрҙән һәм көҙгө муллыҡтан матур композиция төҙөгән. Урмияҙҙар шыжлап ҡайнап торған самауыр сәйе менән дә һыйланы ҡунаҡтарҙы. Рәфүзә Ғәлиәхмәтова өҫтәл йәме — сәк-сәк бешереп ебәргән.
Читайте нас: