Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
26 Сентябрь 2019, 15:38

Солтанбәктәр — “Ауыл ихатаһы”нда

“Ауыл ихатаһы” II төбәк-ара фестиваленә Солтанбәк ауыл биләмәһе лә ныҡлы әҙерлек менән килгәйне. Бар эшкә лә оҫта Фәридә Рәхимйәнова баҡса еләге үҫентеләре, һөт ризыҡтары, тоҙланмалар, балан бәлеше, бәрәңге һәм кәбеҫтә бөйөрөктәре бешереп алып килгәйне.

Уңған ҡуллы оҫтабикә Фәридә Шәрәфетдинова ла ҡышҡылыҡҡа төрлө тоҙланмалар, ҡайнатмалар әҙерләгән. Үҙенән артҡанын йәрминкәгә лә биреп ебәргән. Сәскәләр яратыусы Фәридә апай төрлө төҫтәге күп йыллыҡ георгин тамырҙарын да һатыуға ҡуйғайны.

Рәшиҙә апай Хәфизйәнова һөт ризыҡтары алып килгәйне. Ул әҙерләгән май, ҡаймаҡ, эремсекте халыҡ яратып алды. Ауыл мәҙәниәт йортонда эшләүсе Зөлфинә Сәйфуллина ҡайнатмалар, төрлө-төрлө салаттар тәҡдим итте. Солтанбәктәрҙең сауҙаһы ла ҡыҙыу барҙы.
Читайте нас: