“Иң яҡшы шәхси хужалыҡ” фотоконкурсы әүҙем бара. Иҫке Мутабаштан Алһыу һәм Марат Шәрифйәновтар, Солтанбәктән — Зөлфинә Сәйфуллина, Фәридә Рәхимйәнова, Ҡашҡанан Гүзәл һәм Илдус Нәртдиновтар, Гөлнара һәм Венер Сәмиғуллиндар, Флидә һәм Илшат Ғәлләмовтар, Көнгәктән — Инглисина һәм Әлфинат Растумхановтар, Урмияҙҙан — Роза Ирғәлина, Ҡарткиҫәктән — Илмира һәм Данис Абраровтар, Сәхийән Мөхәмәтнуров, Яңы Бағаҙынан Илүсә һәм Ансар Ғәйбәтовтар, Асҡындан Зимфира һәм Айрат Сафиндар үҙҙәренең шәхси ихатаһын фотоға төшөрөп, конкурсҡа ебәрә.