Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
26 Сентябрь 2019, 18:10

Еңеүселәр билдәләнде

“Ауыл ихатаһы” фестивалендә ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән “Ауыл хужалығы тауарҙарын презентациялау һәм биҙәү” конкурсында Ҡаҙансы, Петропавловка, Ҡышлауйылға ауыл Советы биләмәләре еңеү яуланы.

Йәрминкәлә шулай уҡ Мутабаш, Ҡубияҙ, Асҡын, Солтанбәк, Урмияҙ ауыл Советы биләмәләре лә әүҙемлектәре, тауар төрлөлөгө, һатыусыларҙың ихласлығы менән айырылып торҙо. Улар һатыу урындарын биҙәүгә лә ижади ҡарап, бай фантазияларын да “эшкә еккәндәр”. Афарин!
Читайте нас: