— Мин бәләкәйҙән бешеренергә яратам. Һуңғы бер-ике айҙа күпләп икмәк һәм ҡамыр ризыҡтары ла бешерә башланым. Халыҡ мин бешергәнде яратып ала, — ти аш-һыуға оҫта Зөлфиә Йәмил ҡыҙы.
Йәрминкәгә Ғайсиндар икмәктән тыш шәңгә, бәлештәр, хот-дог, ҡамырға төрөлгән сосиска, кекстар һәм башҡа тәмлекәстәр алып килгәйне. Ауыл мейесендә күпереп бешкән икмәкте халыҡ “һә” тигәнсе алып бөтә. Башҡа тәмлекәстәрҙе лә алыусылар күп була.
Ғайсиндәр ғаиләһендә өс ҡыҙ үҫә. 15 йәшлек Дилназ — 9-сы, Камилла — 6-сы, Амелия 1-се класта белем ала. Ҡыҙҙар ата-әсәләренә бар эштә лә ярҙам итә.
Әйткәндәй, 8 сентябрҙә үткән һайлауҙа ғаилә башлығы Солтанбәк ауыл Советына депутат итеп һайлана. Йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнап йәшәүсе тырыш ғаиләгә артабан да уңыштар теләйбеҙ.