— 2014 йылда хужалығыбыҙҙы ойошторғайныҡ. 2015-тә эш башлаусылар булараҡ бер миллион 450 мең дәүләт ярҙамы алдыҡ. Был аҡсаға мал, техникалар һатып алдыҡ. Бөгөн 60 баш мөгөҙлө эре малыбыҙ бар. Шуларҙың 20-һе һауын һыйыры. Һөттән ҡаймаҡ, төрлө ҡуйылыҡта ҡатыҡ, аҡ һәм ҡыҙыл эремсек етештерәбеҙ. Әҙер продукцияны Борайҙа туғыҙ сауҙа нөктәһендә һатабыҙ. Беҙҙең тауарҙы көтөп алалар, хатта етмәй ҙә ҡала, — тип һөйләне Ләйсән Хәмитйәнова.