Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
26 Сентябрь 2019, 15:20

Асҡында “Ауыл ихатаһы” II төбәк-ара фестивале үтте

Асҡында “Ауыл ихатаһы” II төбәк-ара фестивале үтте

“Ауыл ихатаһы” II төбәк-ара фестивалендә ауыл халҡы өсөн урындағы һәм күрше-тирә райондар Борай, Ҡариҙел, Бөрөнән һәм Пермь крайынан ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр, граждандар һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар үҙ продукцияһын тәҡдим итә.


Йәрминкәлә “Бал баҙары”, “Һөт фестивале”, “Ҡамыр ризыҡтары”, “Тоҙланмалар”, “Ҡайнатмалар” майҙансыҡтары эшләй. Шулай уҡ иң тәмле балды асыҡлау буйынса, ауыл биләмәләре араһында иң яҡшы биҙәлгән һатыу урынын билдәләү буйынса конкурс була.


Читайте нас: