Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
25 Сентябрь 2019, 14:10

Ләйлә Насртдинова ла паспортлы булды

Асҡында 14 йәше тулған үҫмерҙәргә тантаналы шарттарҙа паспорт тапшырылды

Дүшәмбе көндө район хакимиәтенең ултырыштар залында 14 йәше тулған бер төркөм үҫмергә тантаналы шарттарҙа Рәсәй граждандарының төп документы – паспорт тапшырылды. Уҡыуҙа яҡшы өлгәшкән, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, спортта, ижадта уңыштарға ирешкән уҡыусыларҙы мөһим документ алыуҙары менән район хакимиәте башлығы Ришат Дихин ҡотланы. Ришат Марат улы уларға артабан да уҡыуҙа, спортта һәм башҡа өлкәләрҙә яңынан-яңы уңыштарға өлгәшергә, Рәсәй гражданы исемен лайыҡлы йөрөтөргә тигән теләктәр теләне.

Егет-ҡыҙҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға ата-әсәләре лә килгәйне. Солтанбәк урта мәктәбе директоры Рәүзәт Насртдинов та паспорт алыусы Ләйлә ҡыҙы өсөн ҡыуанып, уның менән ғорурланыуын белдерҙе.

— Ләйләгә августа 14 йәш тулды. Ул беҙҙең уң ҡулыбыҙ. Мәктәптә тик бишле билдәләренә генә өлгәшеүсе ҡыҙыбыҙ яҡшы уҡыуы менән беҙҙе һөйөндөрә. Өйҙә лә ул беҙҙең төп ярҙамсыбыҙ, бигерәк тә үҙенән һуң кесе туғандарын ҡарашырға ярҙам итә. Мәрйәм — 6-сы, Мәликә 4-се класта уҡый, ә Мәдинә менән Дания әле балалар баҡсаһына ғына йөрөй. Улар барыһы ла Ләйлә апайҙары янында бөтөрөлә. Ләйлә бейергә, уҡырға ярата, киләсәктә медицина йүнәлешен һайларға теләй, — тине ҡыҙы тураһында Рәүзәт Шәүкәт улы.



Читайте нас: